13 февралдә Яңы Балаҡатай 2-се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары “Елдән етеҙ, дуҫтан тоғро” күргәҙмәһе менән танышыу маҡсатында район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.
Музей директоры Гөлфиә Хәлилова уҡыусыларҙы аттар, ат егеү кәрәк-яраҡтары, арба төрҙәре менән таныштырҙы. Күргәҙмәлә музей фондынан экспонаттар ҙа тәҡдим ителде: Ҡарантрау ауылынан яҡынса 1870 йылғы туй дуғаһы, дағалар, ҡыңғырауҙар һәм башҡалар. Әйтеп үтер кәрәк, 2018 йылда музей фонды Соҡалҡа ауылынан ҡыңҡыраулы дуға менән тулыланды.
5-се класс уҡыусылары өсөн музеҙа квест-уйын ойошторолдо. Быға тиклем улар музейҙа булып боронғо әйберҙәр тураһында лекциялар тыңлағайны. Гөлфиә Фәнил ҡыҙы “Музей әйберҙәре сере” тип аталған уйын барышында балалар материалды нисек үҙләштереүен тикшерҙе. Уҡыусылар һорауҙарға тулы яуап бирҙе, предметтарҙың исемен, ҡасан ҡулланғанын, нимә өсөн тәғәйенләнгәнен әйтте. Шулай уҡ улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә музейҙа күргәҙмәлә торған экспонаттарҙың исемен иҫтәренә төшөрөп яҙҙы. Бындай уйында р балаларҙың иғтибарын туплай, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу яута.
И. Щербинина. Балаҡатай районы.