Мәсәғүт үҙәк район китапханаһында башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә, айырыуса тарихи прозаны яңы баҫҡысҡа күтәреүгә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уның тормошо һәм ижады буйынса сара үткәрелде. Әҙәби кисәгә Дыуан районы республика лицей-интернаты уҡыусылары саҡырылды.
Яҙыусы-фронтовик Стәрлетамаҡта тыуып, оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй. Тәүҙә ул шиғырҙар яҙа. Әҙиптең замандаштарының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы хаҡындағы “Бер полк кешеләре” исемле тәүге романы 1956 йылда донъя күрә. Артабан һуғыштан һуңғы ауыл тормошон сағылдырған “Умырзая” һәм “Ай битен йыуғанда” романдары баҫылып сыға. Ижадының иң сағыу һәм иң тос әҫәре булып һаналған “Кинйә” романы уға билдәлелек килтерҙе. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын яңы күҙлектән, Пугачевтың яҡын кәңәшсеһе, ихтилалдың идеологы Кинйә Арыҫлановтың онотола барған батыр образын хәтерҙәрҙә тергеҙеүе, кире ҡайтарыуы менән новатор яҙыусы үҙе лә тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтте.
Әҙәби кисә “Кинйә абыз маршы”нан башланып китте. “Башҡортостан” киностудияһының беренсе директоры Әмир Абдразаҡов тарафынан төшөрөлгән нәфис телефильмдан өҙөктәр күрһәтелде.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы батыры, тәрән ғилемгә эйә абыз, оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ хәтеренән юйып ташларға тырышылған тарихи шәхескә арналған бай күргәҙмә кисәне тулыландырҙы һәм байытты.
Күренекле яҙыусыбыҙ Ғәли ағай Ибраһимов үҙенә “Кинйә” романы менән һәйкәл һалып китте. Рухи донъябыҙ күгендә ҡаһарман яҙыусының исеме мәңге онотолмаҫ, халҡыбыҙ күңелендә гел һаҡланыр.
Н. Абдуллина, китапханасы. Дыуан районы.