Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль 2019, 12:45

Пенсия күләме артты

2019 йылдың 1 ғинуарына республикала уртаса пенсия 13 585 һумға етте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2019 йылдың 1 ғинуарына республикала уртаса пенсия 13 585 һумға етте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ул төбәктә 12 767 һумға тиң ине. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 1,195 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй, 2018 йылдың ғинуарында – 1,177 миллион.
Республика пенсионерҙарының күпселеге йәки 1,097 миллионға яҡыны страховка пенсияһын ала. Бындай пенсияның уртаса күләме төбәктә 13 962 һум тәшкил итә.
Ҡартлыҡ буйынса пенсия алған кешеләрҙең пенсияһы – уртаса 14 386 һум.
Инвалидлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме Башҡортостанда 9 017 һум тәшкил итә, ҡараусыһын юғалтҡан өсөн – 9 561 һум.
Читайте нас: