Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2019, 14:35

Дыуандан спорт хәбәрҙәре

13-16 февралдә Киров ҡалаһында күпбәйгеләр буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты уҙҙы.

13-16 февралдә Киров ҡалаһында күпбәйгеләр буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты уҙҙы.Сарала Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы Анастасия Карякина һәм Глеб Неустроев (Мәсәғүт ауылынан) яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Анастасия бишбәйгелә 18 йәшкәсә ҡыҙҙар арһында 3398 мәрәй (район рекорды) йыйып 32 ҡатнашыусы араһында 13-сө урынға сыҡты. Был юлы уға Рәсәй спорт мастерына кандидатлыҡҡа 2 мәрәй генә етмәй. Глеб етебәйгелә ҡатнашып 14-се урын яуланы (3981 мәрәй).
Спортсылар Ҡазанда үтәсәк еңел атлетика буйынса “Шиповка юных” дүртбәйгеһенә әҙерләнә.
***
15-17 февралдә Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатов генерал иҫтәлегенә милли көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы. Дыуан районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ярышта призлы урындар яуланы.
Агван Бурнусузян үҙ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булып Башҡортостан йыйылма командаһы составына инде. Артем Фазылов һәм Фәнүр Байышев - икенсе, Динар Латипов өсөнсө урын алды.
***
16 февралдә Мәсәғүт гимназияһының спорт залында йәштәр һәм уҡыусылар араһында өҫтәл теннисы буйынса район беренселеге уҙҙы. Төрлө йәш категорияларында Лиана Миниғәлина (Мәсәғүт педагогия колледжы), Динар Ғәзизов (Дыуан күп профилле колледжы), Рәвил Назаров (Дыуан күп профилле колледжы), Ксения Поош (СВЭС), Евгений Субботин (Ямаш), Владимир Ушаков (Ямаш) еңеү яуланы.
Читайте нас: