Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2019, 13:31

Фермерҙарға – грант ярҙамы

Республика фермерҙарыбыйыл 1,1 миллиард һумлыҡ грант ярҙамыаласаҡ.

Республика фермерҙары быйыл 1,1 миллиард һумлыҡ грант ярҙамы аласаҡ.
Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, был – “Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы”, “Кооперативтар” һәм “Килем килтереүсе предприятие” республика проекты программалары буйынса аҡсаның дөйөм күләме. Сумманың 740 миллионы федераль бюджеттан күсә.
Әле Башҡортостанда 6,5 мең крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Фермер хужалыҡтарының тулайым продукция етештереүҙәге өлөшө былтыр 11,5% -17,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был Волга буйы федераль округында- өсөнсө, Рәсәйҙә ун беренсе урын. Башҡортостан фермерҙары 33% ашлыҡ, 30% көнбағыш, 22% шәкәр сөгөлдөрө, 15% ябыҡ грунтта үҫтерелгән йәшелсә, 5% ит һәм 11% һөт етештерә.
Башҡортостанда 620 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙың килемен арттырыу өсөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығы килем килтереүсе предприятиелар булдырыу программаһын әҙерләгән. Үткән йылда 118 ойошторолған, төбәк ҡаҙнаһы уларға ярҙам күрһәтеү өсөн 300 миллион һум йүнәлткән. Ағымдағы йылда 264 ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ғариза биргән. Ауыл хужалығы министрлығы планына ярашлы, 2020 йылдың аҙағына 4,5 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ кооперативтарға берләшергә, һөҙөмтәлә уларҙың килемлелеге 10% артырға тейеш.
Читайте нас: