Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2019, 13:02

Дыуан спортсылары һынатмай

Дыуан районы Йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре Өфө ҡалаһында XXVII Ауыл спорт уйындары сиктәрендә ҡышҡы полиатлон буйынса республика ярыштарында ҡатнашты.

Дыуан районы Йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре Өфө ҡалаһында XXVII Ауыл спорт уйындары сиктәрендә ҡышҡы полиатлон буйынса республика ярыштарында ҡатнашты.
Команда составына тренер Азат Ҡаһиров һәм уның тәрбиәләнеүселәре Вадим Дилмөхәмәтов, Айһылыу Шәрипова, Ришат Мостафин, Лиза Ширяева, Вадик Бәҙретдинов һәм Рузил Ҡаһиров инде. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә дыуандар 17 команда араһында 7-се урын яуланы. Бындай кимәлдәге ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашыусы Л.Ширяева һәм В. Дилмөхәмәтов яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Шәхси иҫәптә үҙ йәш категорияһында А. Ҡаһиров - икенсе, А. Шәрипова өсөнсө урын алды.
Читайте нас: