Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2019, 13:03

Эшҡыуарлыҡ – иғтибар үҙәгендә

20 февралдә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнсығыш төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған семинар уҙҙы.

20 февралдә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнсығыш төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған семинар уҙҙы.
Сарала Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы, Асҡын, Ҡариҙел район хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл советтары башлыҡтары, эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто фойеһында төбәк эшҡыуарҙары, предприятиелары продукцияһынан торған күргәҙмә ойошторолғайны.
Семинарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Тәжетдинов асты. Илшат Азамат улы барыһын да сәләмләп, 2018 йылға йомғаҡ яһаны, төньяҡ-көнсығыш төбәген үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләне.
БР иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә урындағы үҙидара органдарының роле хаҡында сығыш яһаны. “Российский экспортный центр” ойошмаһы етәксеһе Римма Бойцова эшҡыуарҙарҙың продукцияһын реализациялау буйынса үҙәк программалары менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов үҙ сығышында “Агростартап” фермер гранттары тураһында һөйләне. Кәңәшмәлә шулай уҡ микрокредит һәм лизинг компаниялары вәкилдәре эшҡыуарҙарға үҙ ярҙамын тәҡдим итеп сығыш яһаны. Семинарҙың практик өлөшөндә сарала ҡатнашыусылар “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” ЯСЙ-һында булып предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты.
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: