20 февралдә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Мөрәжәғәтендә ул илдең төрлө проблемаларына иғтибар бүлде, киләһе алты йылға маҡсаттар билдәләне.
Дәүләт башлығы 2020 йылдан илдә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Уға ярашлы, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләнәсәк.
“2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағанда, был ҙур алға китеш тип ҡабул ителгәйне, – тине Владимир Путин. – Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлекле булырға тейеш – секундына 100 мегабит. Был балаларға мәғлүмәткә ишек асасаҡ, яңы мөмкинлектәр бирәсәк”.
Башҡортостанда быйылдан башлап республика бюджетынан ауыл уҡытыусыларына ярҙам итеп 60 миллион һум бүленә башлай. Йыл һайын иң яҡшы 100 педагог 600 мең һумлыҡ грант аласаҡ.
Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе тураһында тулыраҡ материалды гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.