Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2019, 13:05

Әй буйында балыҡсы

Мәсетле районы Йонос ауыл биләмәһендә һәүәҫкәр балыҡсылар араһында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы.

Мәсетле районы Йонос ауыл биләмәһендә һәүәҫкәр балыҡсылар араһында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы. Әй буйына Тайыш, Йонос, Әбдрәхим ауылдарынан ун балыҡсы был шөғөлдә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдерҙе.
Конкурсанттар балыҡ ҡармаҡлағансы, Данил Вәлиев, Миләүшә Мостафина, Раушания Бәҙретдинова, Рәсүл Әбүбәкиров, Сәриә Таһирова ҡар өҫтөндә усаҡ яғыпбалыҡ һурпаһы бешерҙе, сәй ҡайнатты.
Мауыҡтырғыс ярыш һөҙөмтәһендә Әбдрәхим ауылынан Илгиз Таһиров – иң етеҙ мәке уйыусы, Тайыш ауылынан Мәжит Мостафин – иң күп балыҡ тотоусы, Йоностан Шәрифулла Төхвәтуллин иң ҙур балыҡ тотоусы тип танылды. Әбдрәхимдән 70 йәшлек Дамир Ғәҙелшин – иң оло балыҡсы, 30 йәшлек Илгиз Таһиров иң йәш балыҡсы номинацияһында билдәләнде.
Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин ярышты йомғаҡлау һүҙҙәрен әйтте, һәр балыҡсыға бүләктәр тапшырылды.
Сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ярышҡа килеүселәр матур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итте. Йәй Балыҡсылар көнөндә ошондай ярышты Әбдрәхим ауылында ойошторорға һөйләштек.
Сәриә Таһирова, Әбдрәхим ауылы клубы мөдире.
Мәсетле районы.
Читайте нас: