Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2019, 11:47

Алкоголь һатыуҙа сикләүҙәр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республикала алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләү тураһында башланғыс менән сығыш яһарға ниәтләй.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республикала алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләү тураһында башланғыс менән сығыш яһарға ниәтләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.
«Әле социаль селтәрҙәрҙә алкоголде ваҡытлыса һатыуҙы артабан сикләү буйынса күп яҙалар. Киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға ҡәҙәр сикләү индерергә тигән тәҡдим бар, — тип белдерҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуға арналған түңәрәк өҫтәл ултырышында. — Был — эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар ҡатнашлығындағы фекер алышыу өсөн тағы бер ҙур мәсьәлә».
Читайте нас: