Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2019, 12:41

Яратҡан эш уңыш килтерә

Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары белем биреүҙе тәрбиә биреү менән бергә тығыҙ алып бара.

Улар яҙыусы ижады, шиғырҙары менән бер рәттән тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй, илһөйәрлек тойғоһо уята. Дыуан районы Республика лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Нурыева шундай педагогтарҙың береһе.
Әлфирә Йәмил ҡыҙы “БР-ҙың мәғариф отличнигы”, “Рәсәй мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре” исемен ғорур йөрөтә. 2000, 2017 йылдарҙа районда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, 2006 йылда “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурстарында еңеү яулаған.
– Республика лицей-интернатына мин 1997 йылда эшкә килдем. Бында элек филология кафедраһы бар ине, башҡорт теленән биш уҡытыусы булдыҡ. Хәҙер коллегам Гүзәлиә Баева менән икәүбеҙ. Беҙҙең төбәк башҡорттарының үҙенсәлекле үҙәге булып торабыҙ. Дыуан районында башҡорт мәктәбе булараҡ беҙҙең мәктәп кенә тороп ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә башҡорт ауылы мәктәптәре район үҙәгендәге рус мәктәптәренең филиалына әйләнде, – ти Әлфирә Йәмил ҡыҙы.
– Республика кимәлендәге конференциялар, бәйгеләр, төньяҡ-көнсығыш райондарынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәргә арналған барлыҡ саралар лицей-интернатта үтә. Бында яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов та йыш килде. Республика кимәлендә “Тимер Йосопов уҡыуҙары” конференциялары уҙғарылып торҙо, 2011 йылдан егеттәр өсөн генә яҡташ шағирыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса бәйге үткәрелә. Быйыл уҡыусыларыбыҙ тағы ла бер талантлы яҡташыбыҙ Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын ятлау буйынса район конкурсында үҙ көсөн һынаны. Шулай уҡ улар йыл да “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында ҡатнаша. Әйткәндәй, директорыбыҙ Фларис Шакиров ошо бәйгегә барыуҙы йыл һайын юғары кимәлдә ойоштора, уға рәхмәтлебеҙ. 2009 йылда иң беренсе булып ошо бәйгелә уҡыусыбыҙ Ҡыйғы районы Абзай ауылы ҡыҙы Зөлфирә Таһирова Гран-при яулағайны. Роза Нафиҡова, Илзирә Фәттәхова, Гөлшат Шиһапова конкурста призлы урындарға лайыҡ булды. Мәктәптең командаһы ла һынатмай, йыл һайын еңеү яулап ҡайталар, – тип тәрбиәләнеүселәренең уңыштары менән уртаҡлашты Әлфирә Йәмил ҡыҙы.
Республика лицей-интернатында “Тура атабыҙ, сәпкә тейҙерәбеҙ!” девизы аҫтында эшләп килгән “Төнъяҡ амурҙары” КВН командаһы Башҡорт юниор КВН лигаһында әүҙем ҡатнаша. Үткән йыл команда беренсе урын яуланы. Уларҙың уңышында Әлфирә Йәмил ҡыҙының да өлөшө ҙур – төрлө райондарҙан килгән балаларҙы берләштереү, берҙәм командаға әйләндереү еңелдәрҙән түгел.
– Уйындың БСТ телеканалында күрһәтелеүе – беҙҙең уҡыусылар өсөн ҙур стимул.
Мәктәбебеҙгә дан килтергән КВН-сыларыбыҙ Альбина Борханова, Азамат Ғималов, Юрис Сәлихов, Айҙар Ғафаров, Гөлсөм Нурыева, Гүзәл Исрафилова, Илгиз Рамазанов, Азат Нотфуллин, Гөлназ Тажетдинова, Флорид Нурыев, Алмаз Шәрәфиев, Илназ Усмановтарға артабан да ижади уңыштар теләйем. Яуланаһы үрҙәр алда әле, тип өмөтләнеп ҡалам, – ти Әлфирә Йәмил ҡыҙы.
Әлфирә Нурыева туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һалған, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһындағы бай мәғлүмәтте уҡыусыларына түкмәй-сәсмәй тапшырған мөғәллимәләрҙең береһе. Тәжрибәле уҡытыусы педагогия университеты, колледжы студенттарының практикаһын етәкләй, уларға уҡытыусылыҡ серҙәрен асырға ярҙамлаша.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Читайте нас: