Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2019, 12:48

Бар яҡлап та һәләтле

Күптән түгел Мәсетле районында мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында иң яҡшылар билдәләнде.

Күптән түгел Мәсетле районында мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында иң яҡшылар билдәләнде. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Ләмәҙтамаҡ ауылы китапханаһы районда иң яҡшыһы тип табылды. Учреждение менән оҙаҡ йылдар Илгизә Лоҡманова етәкселек итә.
Илгизә Риф ҡыҙы Өфө китапханасылар техникумында уҡып ҡулына диплом алғас, 1982 йылдан башлап Ләмәҙтамаҡ ауыл китапханаһында хеҙмәт итә. Ул ауылдаштарының рухи донъяһын байытыуға ҙур өлөш индерә. Китапханала бихисап саралар, осрашыуҙар, әҙәби кисәләр үткәрелә, “Әхирәттәр” клубы ултырыштары, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр өсөн кисәләр ойошторола. Илгизә Риф ҡыҙы балалар өсөн дә төрлө ҡыҙыҡлы саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бында шулай уҡ “Серле лампа” ҡурсаҡтар театры эшләп килә. Театр ағзалары мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында спектаклдәр сәхнәләштерә.
Илгизә Риф ҡыҙы 2008 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында еңеп “Ҡарағай” шифаханаһына юллама менән бүләкләнгән. Үткән йылда иһә 50 мең һумлыҡ грант алыуға ирешкән. Үҙенең һөнәри эшмәкәрлек емештәре - бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай ул.
Илгизә Лоҡманова күп яҡлы оҫта ҡуллы шәхес. Уның туҙҙан эшләнгән хазинаға тиң әйберҙәре һәр кемдең күңелен арбай. Ҡул эштәре районда үткән күргәҙмәләрҙә тәҡдим ителә. Оҫтабикә тәүҙә туҙ ҡумталар яһай башлай, оҫтара биргәс икмәк һауыты, сәйнүк, самауыр, биҙәүестәр кеүек күләмлерәк етди әйберҙәргә тотона. Бынан тыш Илгизә апай оҫта итеп ҡумыҙҙа, гармунда уйнай. Сәхнәлә сығыш яһау өсөн туҙҙан түшелдерек, сабата һәм баш кейеме эшләп алған. Күптән түгел иһә алтын ҡуллы ханым яңы шөғөлгә тотонған – изолондан күләмле сәскәләр яһай.
Матур күңелле Илгизә Риф ҡыҙын һәр кем тырыш хужабикә, ярҙамсыл, ихлас ҡатын-ҡыҙ тип белә. Тормош иптәше Наил ағай менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Шамил менән Рәмил икеһе лә ғаиләле. Илгизә апай дүрт ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй ҙә. Көс-ҡеүәт, яңы идеяларға ла күп яҡлы оҫта ҡуллы шәхес.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: