Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2019, 11:49

Яугир яҡташтар – йәштәргә өлгө

Арҡауыл ауылы моделле китапханаһында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыуға ҡарата мәктәп уҡыусылары өсөн яугир-интернационалистар менән осрашыу кисәһе уҙғарылды.

Арҡауыл ауылы моделле китапханаһында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыуға ҡарата мәктәп уҡыусылары өсөн яугир-интернационалистар менән осрашыу кисәһе уҙғарылды. Сараны китапхана мөдире Рәмилә Фәтҡуллина һәм Оксана Мөхәмәтшина ойошторҙо.
Рәмилә Рудик ҡыҙы Афғанстан Республикаһында ун йылға яҡын барған ҡан ҡойошо
хаҡында һөйләне. 1979 йылдың декабрендә беҙҙең ғәскәрҙәрҙең сит биләмәгә
индерелеүе, егеттәрҙең унда ҡаһармандарса хәрби бурысын үтәүе тураһында бәйән
итте. Уҡыусыларға 1989 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуы тураһында видеоклип күрһәтелде.
Кисәгә Афған ерендә интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ветерандар -
Зиннур Абдуллин, Салауат Низаметдинов, Аллур Маликов саҡырылды. Улар үҙҙәренең бала сағы, хәрби хеҙмәт йылдары тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Кисәне шиғырҙар, йыр-моңдар менән биҙәгән 5-се класс уҡыусыларына аяҙ күк, тыныс тормош теләне. Балалар уларҙың һәр бер һүҙен йотлоғоп тыңланы. Сара барышында Афған һуғышы ветерандарының хеҙмәт юлы тураһында презентация күрһәтелде. Ветерандар Арҡауыл ауылының тирә-яҡты өйрәнеү музейында булды.
Был осрашыу уҡыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә батырлыҡ дәресе булды.
Ҡәһәрле һуғыштың тетрәнгес ваҡиғалары менән танышыу, шул һуғыштың тере
шаһиттары булған ауылдаштарыбыҙҙың сығышы йәш быуынға бөгөнгө матур тормоштоң
ҡәҙерен аңларға ярҙам итер.
Ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың алдағы тормоштары тик шатлыҡлы ваҡиғаларҙан ғына
тороуын теләп ҡалабыҙ.
Алина Ғәлимова, Арҡауыл урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
Салауат районы.
Читайте нас: