РФ Хөкүмәте ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса яңы программа ҡабул итеп, ул 2020 йылдың 1 ғинуарына эшләй башларға тейеш, тигән бурыс ҡуҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә.
– 2018 йылда ауыл хужалығында экспорт 25,8 миллиард доллар булды. 2024 йылға ул сумма 45 миллиардҡа етергә тейеш. Шулай уҡ Хөкүмәткә үҙебеҙҙең таҙа, йәшел продукция брендын булдырырға ҡушам. Уның кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ технологиялар ярҙамында етештерелеүе, эске һәм тышҡы баҙарҙа юғары сифат гарантияһына эйә булыуы мотлаҡ, тине ил етәксеһе.