Быйыл “Мәғариф” милли проекты буйынса Башҡортостанға 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә.
Дәүләт аҡсаһы республикала яңы мәктәптәр төҙөүгә, булғандарын төҙөкләндереүгә, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү үҙәге асыуға, мәктәптәрҙе цифрлаштырыуға, пенсия алды йәшендәгеләргә һөнәри һәм өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелә.
“Демография” милли проекты сиктәрендә лә республикаға ҙур аҡса йәлеп ителә, атап әйткәндә, балалар баҡсалары төҙөүгә һәм 1,5-3 йәшлек балаларҙы ясле төркөмдәрендә урындар менән тәьмин итеүгә.