Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2019, 12:51

“Управдом” йыйылштары уҙа

Февраль айында Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында “Управдом” форумы уҙҙы.

Февраль айында Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында “Управдом” форумы уҙҙы.
Йыйылышта район хакимиәттәре башлыҡтары халыҡты биләмәне үҫтереү пландары менән таныштырҙы. Шулай уҡ подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, был эштәрҙә граждандарҙың ҡатнашыуы кеүек һорауҙар ҡарала. Төп маҡсат – апрелдә үткән “Управдом” республика форумы алдынан мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау, аныҡ тәҡдимдәр индереү.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы һәм ихаталарҙы ремонтлау буйынса комплекслы программа ғәмәлгә ашырыла башланы.
Читайте нас: