Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2019, 12:52

Яҡташтар ижадын өйрәнәйек!

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы Абзай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова ижадына арналған семинар үтте.

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы Абзай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова ижадына арналған семинар үтте.
Алып барыусылар сараны Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Туған тел ” шиғыры менән башлап ебәрҙе. Артабан ауылдашыбыҙ Нажиә Игеҙйәнованың ижадына арналған кластан тыш сара уҙҙы. 5-се класс уҡыусылары “Бәхәс”, 6-сы класс уҡыусылары “Бажалар”, “Ҡамғаҡ” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштерҙе. 4-8-се класс уҡыусылары ла саранан ситтә ҡалманы. “Тәҡдир” әҫәренән монолог береһен дә битараф ҡалдырманы.
Ҡыҙҙар ҡунаҡтарға “Хәтирә”, “Сәк-сәк” бейеүен, “Әсәйемә” йырын бүләк итте. Осрашыу башҡорт теле кабинетында фекер алышыу менән тамамланды.
Сарала ҡатнашыусы әүҙем уҡыусыларға, уҡытыусыларға, мәртәбәле ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Уҡыусылар, Нажиә Заһир ҡыҙының ижадын өйрәнәйек, яратайыҡ!
А. Мәхмүтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: