Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2019, 12:40

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө

Матур байрам уңайынан һеҙҙе Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылынан маҡтауға лайыҡ парҙарҙың береһе Әхмәтйәновтар ғаиләһе менән таныштырып китмәксебеҙ.

Матур байрам уңайынан һеҙҙе Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылынан маҡтауға лайыҡ парҙарҙың береһе Әхмәтйәновтар ғаиләһе менән таныштырып китмәксебеҙ. Регина менән Ринат өс балаға ғүмер биреп, бик матур һәм татыу донъя көтәләр.
Ғаилә башлығы Ринат әрме сафтарынан йөрөп ҡайтҡас, училище тамамлай, колхозда эш башлай. Колхоз тарҡалғандан башлап Себер тарафтарында вахта ысулы менән водитель булып эшләп йөрөй. Регина Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында күп балалы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгән. Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлаған, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп белем ала.
Йәш ғаилә тәүҙә Ринаттың атаһы менән төп йортта йәшәһә, әкренләп тыуған нигеҙ янында ҙур итеп заманса өй һалып инәләр. Ғаилала өс бала үҫә. Оло улдары Ирхан беренсе класта уҡый, биш йәшлек Алтынай менән ике йәшлек Нурхан балалар баҡсаһына йөрөй.
Тормош иптәше ситтә эшләһә лә, уңған хужабикә һис ҡул ҡаушырып ултырмай. Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, мал-тыуар, күпләп ҡаҙ-өйрәк ҡрай, йәшелсә-емеш тулы баҡса тәрбиәләй. Кескәй генә булһалар ҙа, балалры төп ярҙамсылары булыуын белдерә Регина . Атайҙары эшкә китһә, балаларым менән көндәр һанап осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, ти.
- Атайым, инде гүр эйәһе. Бәләкәй саҡтан атта, тракторҙа, мотоциклда йөрөргә, бесән әҙерләргә өйрәтте. Малай булып тыуырға кәрәк булған, тип шаяртыр ине. Беҙҙе, биш балаһын матур итеп тәрбиәләгән, белем биргән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Һәр эште рәтенә еткереп эшләргә өйрәттеләр. Ауылдаштарым яҡшы, уңған киленһең, тип маҡтауы, уларҙың тырышлығылыр. Әсәйем менән ҡайным беҙҙең бар терәк-таянысыбыҙ, Хоҙай уларға һаулыҡ бирһен, - ти Регина.
Әхмәтйәновтар үҙ үрәнгендә балаларында ла эшкә, сәнғәткә һөйөү уята. Мәктәптә, ауылда, районда үткән бер конкурс, сара ла уларһыҙ үтмәй. Уҙған йылда Регина ҡыҙы Алтынай менән “Бишек йыры” район конкурсында йыр башҡарып - икенсе, үҙҙәре биҙәп әҙерләгән бишек өсөн беренсе урынға лайыҡ булған. Шулай уҡ интернет селтәрендә, радиола үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып бүләктәр ота улар.
Регина бала саҡтан гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙа, йырларға, бейергә ярата. Ҡыҙы Алтынай ҙа әсәһе һымаҡ матур тауышы менән Яуыш ауылы мәҙәниәт йортонда үткән һәр концертта ауылдаштарын ҡыуандыра, күрше ҡыҙ-малайҙар менән бейеүҙәр ҙә өйрәнәләр. Ирхан матур итеп һүрәт төшөрә. Кистәрен ғаиләләре менән шахмат-шашка уйнарға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яраталар, район мәҙәниәт йортона спектакль-концерттарға йыш йөрөйҙәр.
-Бер-беребеҙҙе аңлап, яратып, яратылып йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Сабыр итеп, булғанына шөкөр итеп йәшәһәң, донъя түңәрәк булалыр, - ти Әхмәтйәновтар.
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: