– 2021 йылға илебеҙ иҡ¬тисадының үҫеш темпы йылына өс процент тәшкил итергә, ә артабан дөйөм донъя кимәленән алға сығырға тейеш, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә.
– Бының өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫ¬терергә, сеймал булмаған экспорт күләмен алты йылда 1,5 тапҡыр күтәрергә, киләһе йылға уҡ инвес¬тиция күләмен алты-ете про-центҡа арттырырға, заманса кадрҙар әҙерләргә, ҡеүәтле матди-технологик база булдырырға кәрәк.
Ил Хөкүмәтенә технологик старт¬аптар өсөн шәхси инвес¬тицияларға уңайлы шарттар булдырырға, ә парламентарийҙарға яңы, цифрлы иҡтисад өсөн хоҡуҡи мөхит тыуҙырырлыҡ закондар ҡабул итергә ҡушам.