Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2019, 13:44

“Сыңрау торна” таланттарҙы йыйҙы

Ошо көндәрҙә Дыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йортонда II “Сыңрау торна” асыҡ төбәк фестиваль-конкурсы үтте.

Ошо көндәрҙә Дыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йортонда II “Сыңрау торна” асыҡ төбәк фестиваль-конкурсы үтте. Байрам Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм 2020 йылдағы Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә уҙҙы.
Фестиваль башҡорт фольклорын һаҡлау һәм пропагандалау, төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләп килгән иң яҡшы фольклор коллективтарын асыҡлау һәм уларҙың оҫталығын арттырыу маҡсатында икенсе йыл рәттән үткәрелә. Быйыл сарала Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарынан ун бер коллектив ҡатнашты.
Мәҙәниәт йорто фойеһында күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе, милли биҙәүестәр һатыу-күргәҙмәһе ойошторолғайны. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ дәресе биреп, һәр теләгән кешене ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте.
Ижади коллективтар ҡар һыуына барыу, кис ултырыу, имләү, кейеҙ баҫыу, йома сәйе, кәкүк сәйе кеүек милли йолалар һәм байрамдарҙы сәхнәләштерҙе. Уларҙың сығышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Марат Ғилманов һәм Ҡоролтай аппараты баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова, Дыуан районы мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫары Лариса Ишмөхәмәтова, методист Илгиз Исхаков составындағы жюри баһаланы.
Һәр коллектив тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Һөҙөмтәлә Гран-приға Салауат районы Иҙелбай ауылынан “Йүрүҙән ынйылары” фольклор коллективы лайыҡ булды. Еңеүселәргә ҡурай һәм ҡумыҙ комплекты тапшырылды. Малаяҙҙан “Шәрҙәле” һәм Мәсәғүттән “Әйлеләр” ансамбле – беренсе, Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылынан “Зөбәржәт” ансамбле – икенсе, Дыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йорто коллективы һәм Ҡаракүл ауылы фольклор коллективы өсөнсө урын яуланы.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Читайте нас: