9 марттан Башҡортостанда “Еңеү тарихы” тип аталған республика патриотик акцияһы старт ала.
Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арнала. Маҡсаты – һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереү. Һөҙөмтәлә “Еңеү тарихы” тип аталған республиканың берҙәм видеоархивы булдырыласаҡ.
Акцияла 8-11 класс уҡыусылары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашасаҡ. Улар видеоға ветерандарҙы һәм уларҙың яҡындарын төшөрә, уларҙан интервью ала һәм ойоштороу комитетына тапшыра. Артабан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре был яҙмаларҙан ҙур фильм яһаясаҡ. Халыҡ уны 9 майҙа телевизор аша ҡарай аласаҡ.