Ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев спортсыларҙы сәләмләне һәм уңыштар теләне. Фаил Рафаэль улы үҙ сығышында район саңғысылары өсөн “Буран” ҡаргиҙәре һәм спорт инвентарҙары ташыу өсөн тағылма алыныуы тураһында хәбәр итте, шулай уҡ яҡын киләсәктә саңғы трассаһының яҡтыртыулы буласағын белдерҙе.
Фестивалдә, ғәҙәттәгесә, мәктәп уҡыусылары, ойошма, учреждение, ауыл советтары командалары, спорт ветерандары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ауыл биләмәләре араһында Мәсәғүт ауыл советы командаһы еңеү яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Арый һәм Дыуан ауыл советтары бүлеште. Ойошмалар араһында – мәғариф бүлеге командаһы, урта һөнәри белем биреү учреждениелары араһында Дыуан күп профилле колледжы студенттары еңеп сыҡты. Өлкән класс уҡыусылары категорияһында Мәсәғүт гимназиянан С. Мешавкинға ( 5 км) һәм Л. Мөхәмәтйәроваға (3 км) етеүсе булманы. Кескәйҙәр төркөмөндә лә гимназия уҡыусылары Д. Богданчик һәм К. Ғәйнәнова (тренерҙары А. Баева) финишҡа беренсе килде. Командалар иҫәбендә Мәсәғүт гимназияһы беренсе урынға лайыҡ булды.