Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2019, 13:31

“Оҙон көй”ҙән еңеү менән

Салауат районы Лағыр ауылы мәҙәниәт йортонда Хәбир Кәримов исемендәге “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы үтте.

Салауат районы Лағыр ауылы мәҙәниәт йортонда Хәбир Кәримов исемендәге “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы үтте. Ижади бәйге талантлы йырсыларҙы асыҡлау, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелә.
Сарала барлығы ун йырсы ҡатнашты. Сәхнәнән башҡорт халҡының һоҡланғыс “Сибай”, “Азамат”, “Һандуғас”, “Рәйхан”, “Таштурә” йырҙары яңғыраны. Үткән йылдарҙа конкурста еңеү яулаусылар ҙа тамашасыларға оҙон көйҙәрен бүләк итте.
Конкурс һөҙөмтәһендә Урмансы ауылынан Азамат Солтанов беренсе урын яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Арҡауылдан Ғәзим Абдуллин һәм Ишембай ауылынан Венер Ҡәҙербаев бүлеште.
Бәйге еңеүсеһе Азамат Солтанов 28 февралдә Ғафури районында БР-ҙың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар республика конкурсында Салауат районы намыҫын яҡлап дипломант исемен яулап ҡайтты.
Р. Иштуғанова.
Салауат районы.
Читайте нас: