Республикала “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы — “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы башланды.
Үҙ эшенә объектив баһа алырға теләгән ойошмалар һәм эшҡыуарҙар 1 апрелгә тиклем ҡатнашыуға ғариза һәм кәрәкле материалдарҙы тапшырырға тейеш.
Конкурсҡа үҙеңдең продукцияңды ла, төрлө хеҙмәттәрҙе лә тәҡдим итергә мөмкин. Төп талаптар — сифат, хәүефһеҙлек, норматив документтарға тап килеү һәм баҙар ихтыяжы. Әйткәндәй, бәйгелә “Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы” һәм “Сифат буйынса иң яҡшы менеджер” кеүек номинациялар буйынса ла еңеүселәр билдәләнәсәк. Төбәк этабын уңышлы үткәндәр федераль кимәлдә ҡатнашасаҡ.
Уҙған йылда республиканың 42 предприятиеһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” дипломы менән бүләкләнгән.