Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2019, 12:26

Ҡайһы поликлиника иң насары?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың йомғаҡтары буйынса поликлиникаларҙың эше баһаланды. Иң яҡшылар тип табылған ун поликлиника араһында Мәсәғүт дауаханаһы, ә иң артта ҡалғандар исемлегендә Яңы Балаҡатай поликлиникаһы бар.

Ололар өсөн медицина учреждениелары туғыҙ күрһәткес буйынса тикшерелгән: диагноз буйынса яңылышлыҡтар, “Тиҙ ярҙам”ды саҡырыу, диспансеризациялау, төрлө ауырыу менән яфаланыусыларҙың хәле киҫкенләшеүе, табиптарға яҙылыу һәм башҡа.
Мәсәғүт, Асҡын, Баймаҡ, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Кушнаренко, Раевка, Стәрлебаш һәм Толбазы поликлиникалары иң яҡшылары тип табылған.
Ә бына Балаҡатай, Үрге Йәркәй, Өфөнөң 8-се, 10-сы һәм 12-се ҡала дауаханалары, Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһы, Өфөнөң 2-се, 38-се һәм 50-се поликлиникалары эшмәкәрлеге — иң артта ҡалғандарҙан.
Балалар поликлиникалары ла баһаланған. Иң яҡшылары — Асҡын, Архангель, Благовещен, Бүздәк, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Мәсәғүт, Мишкә, Стәрлебаш һәм Толбазы. Иң насарҙар иҫәбендә — Балаҡатай, Асҡар, Баҡалы, Иглин, Красноусол, Мәләүез, Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы һәм 4-се, 5-се балалар поликлиникалары.
Читайте нас: