Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2019, 14:43

Бүреләр ҡурҡыныс тыуҙыра

Салауат районында йорт хайуандарына бүреләр һөжүм итеүе тураһында быйыл бер нисә хәбәр булды.

Салауат районында йорт хайуандарына бүреләр һөжүм итеүе тураһында быйыл бер нисә хәбәр булды. Башлыса йыртҡыстар эттәргә ташланһа, март башында Таймый ауылында аттарға һөжүм итеү осрағы теркәлде. Ферма бригадиры әйтеүенсә, төнөн бүреләр ябыулы торған аттарға ташланған, йыртҡыстар уларҙың берәүһен тамаҡлаған, биш-алтыһын яралаған.
Белгестәр бүреләрҙең тап мартта, аҡман-тоҡман осоронда әүҙемләшеүен билдәләй. Һуңғы бер йылда ғына улар ике тиҫтәләп малды тамаҡлаған. Йыртҡыс тешенә башлыса быҙау, ҡолондар эләгә. Айырыуса төбәктең Таймый һәм Иҙелбай ауылдары халҡы зыян күрә.
Урындағы ауыл биләмәһе етәкселеге Әлкә ауылынан билдәле фермер, ике тиҫтә йылдан ашыу егерь булып эшләгән Дим Дәүләтшинға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уның етәкселегендәге һунарсылар ҡарғиҙәр менән ҡыуалап тереләй бер бүре аулаған. Февралдә ике бүре атып алынған. Ләкин, март айында һунар итеү закон буйынса тыйыла.
Читайте нас: