15658 һүҙҙән торған дәреслектә рус- башҡорт, башҡорт- рус һүҙлеге, тәржемә буйынса модуль урынлаштырылған. Бында интерактив элементтар һәм навигацион аппарат ярҙамында алфавитты, башҡорт телен, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен, яҙылышын үҙаллы өйрәнергә мөмкин. Унан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм ишетеү, күреү буйынса инвалидтар ҙа файҙалана ала.
Электрон уҡыу системаһында башҡорт клавиатураһы ла ҡуйылған. Яңы проектты Башҡорт дәүләт университеты доценты Айнур Хәйбуллин эшләгән. Уны Башҡортостан “Китап” нәшриәте сайтында (www.kitap-ufa.ru) табырға була. Ҡушымтаны үҙеңә күсереп алып, инструкция буйынса файҙаланырға мөмкин.