“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында хәбәр ителеүенсә, урамда үҫмер һәм уның тиҫтерҙәре газ менән «шаярған». 14 йәшлек уҡыусы баллондағы газды еҫкәгән, һуңынан уның хәле насарайған. Үтеп барыусылар, балаларҙың дуҫын иҫенә килтерергә маташыуын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Урынға килеп еткән табиптар уҡыусының үлеме раҫлаған.