Салауат районы Малаяҙ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре февраль-март айҙарында төрлө ижади конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаны.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Йәш таланттар-2019” Бөтә Рәсәй Арт-проектының һайлап алыу туры үтте. Уҡыусыларҙың сығышын Өфө сәнғәт училищеһы педагогтары баһаланы. Камила Абдуллина һәм Ульяна Юркова (етәксеһе Радик Ханов) ҡаҡма музыка ҡоралдарында уйнап конкурс дипломанты исеменә лайыҡ булды. Мансур Солтанов (етәксеһе Р. Ханов, концертмейстеры С. Заһиҙуллина) икенсе урын яуланы. Илнур Имаев ҡурайҙа уйнап (Р. Нурмөхәмәтов) һәм Уралия Таһирова сәхнә йырын башҡарып (Р. Ғалимова) өсөнсө урын алыуға өлгәште. Әле улар яҙғы каникулдарҙа Өфө ҡалаһында уҙасаҡ финал этабына әҙерләнә.
Күптән түгел Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Һары ботинкалар” VII Бөтә Рәсәй джаз музыкаһы фестиваль-конкурсы үтте. Ҡатнашыусыларҙы иң яҡшы джаз йырсылары баһаланы. Нәзилә Әхтәрова һәм Ләйлә Һаҙыева составындағы фортепиано дуэты уңышлы сығыш яһап I дәрәжә дипломант исемен алды. Ҡаҡма музыка ҡоралдарында уйнаусы Мансур Солтанов иһә I дәрәжә лауреат булып конкурстың гала-концертына саҡырыу алды.
“Башҡортостан таланттары” V Бөтә Рәсәй конкурсында Балалар сәнғәт мәктәбенең Арҡауыл бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре Илнар Ғайнанов, Алһыу Мөхәмәтйәнова, Юлиә Юлдашева, Элиза Закирова (И. Хәйруллина) һәм “Гөлназ” бейеү ансамбле ( Г. Ишалина) уңышлы сығыш яһап конкурс дипломанты булды.
Балаларҙы һәм уларҙың етәкселәрен уңыштары менән ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйем.
Балалар сәнғәт мәктәбенең директор урынбаҫары.