Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2019, 13:10

Ял белмәй оҫта ҡулдар

Балаҡатай районы Яңыбай ауылында йәшәүсе Анфиса Мөхөтдинова халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән оҫта ҡуллы ағинәйҙәрҙең береһе.

Балаҡатай районы Яңыбай ауылында йәшәүсе Анфиса Мөхөтдинова халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән оҫта ҡуллы ағинәйҙәрҙең береһе.
Анфиса Ғәрифулла ҡыҙы ғүмер буйы ҡул эше менән шөғөлләнә. Алтын ҡуллы ханым 39 йыл хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. “Сәләмәт күңел биҙәктәре” коллективы ағзаһы булып тора, оҫта ҡулдар түңәрәгенә йөрөй, ырғаҡ менән селтәрҙәр бәйләй, тамбурлап сигә.
Анфиса апай конференцияла ҡатнашыусыларҙы үҙе кейеп килгән боронғо күлдәктең тарихы менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, сигелгән күлдәкте Мәсетле районы Һөләймән ауылы ҡыҙы Хәтимә Нафиҡова кейәүгә сыҡҡанда кейгән. Балаҡатай районы Монас ауылына 1957 йылда килен булып төшкән Хәтимә Вәхит ҡыҙының балалары, әсәләре вафат булһа ла, уның күлдәген күҙ ҡараһындай һаҡлай. Тарихи күлдәкте халыҡҡа күрһәтһен өсөн Анфиса апайға тапшырғандар.
Анфиса Ғәрифулла ҡыҙы дүрт бала әсәһе, дүрт ейән-ейәнсәре бар. Ҡыҙы Гөлнара Мәсетле районында йәшәй, мәктәптә оҫта ҡулдар түңәрәген етәкләй, ейәнсәре Наҙгөл дә өләсәһе һәм әсәһе һымаҡ алтын ҡуллы.
Матурлыҡты яратҡан Анфиса апайға яңынан-яңы идеялар теләп ҡалабыҙ. Оҫта ҡулдарығыҙ арыу-талыу белмәһен.
Р. Иштуғанова.
Балаҡатай районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: