Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров февраль айында губернаторҙар рейтингында дүртенсе урынды биләне. Төбәк Башлығы, уҙған ай күрһәткесе менән сағыштырғанда, бер баҫҡысҡа күтәрелде.
Беренсе урында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә – Санкт-Петербург етәксеһе Александр Беглов, өсөнсөлә – Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев.
Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары араһында Радий Хәбиров ныҡлы беренсе урынды биләй. Уның артынса Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңнеханов килә, артабан – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин. Исемлекте “Медиалогия” агентлығы төҙөгән.