Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2019, 13:42

Пособие арта

Башҡортостанда инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла.

Башҡортостанда инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла.
Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған указға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән беренсе төркөмгә ҡараған инвалид бала тәрбиәләү буйынса пособие 10 мең һум була. Әле был сумма 5,5 мең һумға тиң.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең төбәктә яңы иҫәпләүҙәргә Урал коэффициенты ла ҡушыласаҡ һәм эшләмәгән, 1-се төркөм бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә 11 500 һум пособие тәғәйенләнәсәк. Әле был сумма 6 200 һумға тиң.
Пенсия фонды белдереүенсә, ошо түләү тәғәйенләнгән бөтә ата-әсәләргә һәм опекундарға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта республикала 16600 инвалид бала иҫәпләнә.
Читайте нас: