Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2019, 13:44

Йәгеҙ әле, һаҡсылар!

12 мартта Мәсәғүт лицейында “Йәгеҙ әле, һаҡсылар!” төбәк конкурсы уҙҙы. Унда Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Нуриман, Мәсетле һәм Салауат райондарынан 3-4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

12 мартта Мәсәғүт лицейында “Йәгеҙ әле, һаҡсылар!” төбәк конкурсы уҙҙы. Унда Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Нуриман, Мәсетле һәм Салауат райондарынан 3-4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Конкурсанттар координация, иң сағыу сәләмләү һәм башҡа этаптарҙа ҡатнашып беренсе булыу өсөн көрәште. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре этабында балалар юл ҡағиҙәләрен, тамғаларын белеүҙә, мәктәптән өйгә тиклем иң ҡыҫҡа юл һайлауҙа ярышты.
Конкурс һөҙөмтәһендә Мәсәғүт лицейы командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе урында – Нуриман һәм Салауат районы уҡыусылары. Өсөнсөлә – Мәсетле, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондары.
Мәсәғүт лицейы командаһы 22 мартта Өфөлә үтәсәк финал уйынында ҡатнашасаҡ.
Р. Әлимбаева.
Дыуан районы.
Читайте нас: