Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 11:44

Афарин, Фәнзил!

Өфөлә үткән ауыл хужалығы форумында “АгроЮность-2019” инновация һәм фәнни-техник ижад республика конкурсының һөҙөмтәләре барланды.

Өфөлә үткән ауыл хужалығы форумында “АгроЮность-2019” инновация һәм фәнни-техник ижад республика конкурсының һөҙөмтәләре барланды. Сарала Мәсәғүт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Фәнзил Ғәйнетдинов велосипед менән бүләкләнде.
Фәнзил Д. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы призеры. Был юлы ла ул конкурстың һайлап алыу турын үтеп, фәнни-тикшеренеү эшен уңышлы яҡланы һәм 13-16 йәш категорияһында беренсе урын яуланы. Фәнзил иң яҡшы проект авторҙарының береһе тип танылды.
Читайте нас: