Эйлестан
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 12:50

Гүзәллек бәйгеһе

25 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Һылыуҡай – 2019” республика башҡорт гүзәлдәре конкурсының һайлап алыу туры үтә.

25 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Һылыуҡай – 2019” республика башҡорт гүзәлдәре конкурсының һайлап алыу туры үтә. 27 йыл рәттән уҙғарылған конкурстың быйылғыһы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала.
Унда 16 йәштән 27 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Шулай уҡ алдағы йылдарҙа финалға үтеп тә призлы урын алмаған бәйгеселәргә лә бәхетен һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә.
Кастингта ҡатнашыу өсөн 22 мартҡа тиклем [email protected] электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте конкурсты ойоштороусыларҙың – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайттарынан табырға мөмкин.
27 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ сағыу тамаша республиканың иң һылыу ҡыҙҙарын билдәләйәсәк.
Читайте нас: