Дүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Кропачево-Мәсәғүт-Әшит автомобиль юлында, Арҡауыл ауылы янында, “Лада Калина” менән “Газель Некст” йөк машинаһы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә “Лада” менән идара иткән 68 йәшлек ир урында һәләк булған. Әле аварияла ғәйеплене асыҡлау буйынса тикшереү эштәре уҙғарыла.