Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 12:45

Шиғыр һөйләүселәр бәйге тотто

Күптән түгел Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда “Тере классика” йәш шиғыр һөйләүселәр Бөтә Рәсәй конкурсының район этабы уҙҙы.

Күптән түгел Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда “Тере классика” йәш шиғыр һөйләүселәр Бөтә Рәсәй конкурсының район этабы уҙҙы. Был илдә иң масштаблы, йыл һайын 85 төбәктә үткәрелгән әҙәби бәйге.
Мәсетле районында егерменән ашыу уҡыусы конкурстың мәктәп этабын үтеп, XVIII-XXI быуаттарҙың Рәсәй һәм сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе тасуири һөйләүҙә үҙ көсөн һынаны. Әҫәрҙең мәктәп программаһына инмәүе шарт ине.
Уҡыусылар сығышын район мәғариф бүлегенең методика кабинеты етәксеһе Г. Садиҡова, Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары О. Дәүләтшина һәм Н. Ярушина, район хакимиәтенең кадрҙар буйынса эш белгесе З. Әхмәтова, мәҙәниәт бүлеге белгесе Л. Худякова составындағы жюри баһаланы. Улар конкурсанттарҙың телмәр грамотаһына, әҫәр һайлауына, артислығына, образға һәм текстың мәғәнәһенә үтеп инеүенә иғтибар бүлде.
Конкурс һөҙөмтәһендә 1-се лицейҙан Миләүшә Батталова, Альбина Хәсәнова, Әләгәҙ мәктәбенән Йәмилә Кузнецова еңеү яуланы. Улар район намыҫын төбәк этабында яҡлаясаҡ. Башҡорт гимназияһынан Азамат Ғафаров, Түбәнге Бабанан Мария Носкова, Ләмәҙтамаҡтан Руслан Вәлиев һәм Ангелина Зәбирова, Дыуан-Мәсетленән Гөлназ Әлхәйҙәрова, 1-се лицейҙан Максим Орлов, Абдулланан Данил Закиров конкурс призерҙары булды.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: