Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 12:51

Һылыуҡайҙар булды сәхнә күрке

13 мартта Салауат районы Малаяҙ ауылы мәҙәниәт йортонда “Район һылыуы-2019” конкурсының финалы үтте.

13 мартта Салауат районы Малаяҙ ауылы мәҙәниәт йортонда “Район һылыуы-2019” конкурсының финалы үтте.
Ҡыҙҙар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынаны һәм сараға етди әҙерләнеүен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Малаяҙҙан Гөлнәзирә Юлдашбаева “Район һылыуы-2019” титулына лайыҡ булды. Гөлнәзирәгә еңеүсе лентаһын үткән йылда бәйгелә еңеү яулаған Аделина Әхмәтшина кейҙерҙе. “Вице-мисс” тип Малаяҙҙан Алена Иксанова билдәләнде. Руслана Деловерова – “Мисс талант”, Диана Ғимранова – “Мисс һоҡланыу”, Гөлшат Исламғолова – “Мисс нәзәкәтлек”, Лилиә Ғәзимова – “Мисс йылмайыу”, Ольга Скорнякова – “Мисс артислыҡ”, Айһылыу Ғимранова “Мисс илһамлыҡ” номинацияһында еңеү яуланы.
Янғантау һылыуы Айһылыу Ғимранова “Йүрүҙән” гәзитенең интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөндә тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеүсе тип билдәләнде. “На земле Салавата” гәзитенең еңеүсеһе – Мөрсәлимдән Лилиә Ғәзимова.
Р. Иштуғанова.
Салауат районы.
Читайте нас: