Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2019, 12:19

2020 йыл – Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде. Был турала “Рәсәй субъекттары сәғәте” ултырышында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко хәбәр итте.
– Беҙ Радий Хәбировтың 2020 йылды Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү башланғысын күтәреп алдыҡ. Ул 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара кимәлдәгә ҙур сара - Фольклориада менән тура килеп тора, – тине Валентина Матвиенко.
Билдәле булыуынса, Фольклориада 2020 йылда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтәсәк. Ул Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарын үҙ эсенә аласаҡ. Унда донъяның биш континентынан вәкилдәр һәм 100-ҙән ашыу коллектив ҡатнашыуы көтөлә. Әлеге мәлдә 73 ил килергә теләк белдергән.
Читайте нас: