Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда “Мәсетле хазиналары” район үҙешмәкәр театр коллективтары фестиваль-конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы. Театр йылына арналған сара ауыл советтары араһында марафон-эстафета формаһында үтә.
Фестивалде Оло Аҡа ауыл мәҙәниәт йортоноң “Сулпан” театр коллективы башлап ебәрҙе. Үҙешмәкәр артистар тамашасыларға Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән давай!” комедияһын тәҡдим итте.
Бар нәмәгә ҡулы оҫта, үткер һүҙле, киң күңелле Ғәйфи бабай - “бай ҡарсыҡтар” өсөн яҡшы кейәү. Наилә ҡыҙы уның тормошон, шул уҡ ваҡытта балаларының тормошон яйға һалырға теләй. Ләкин Ғәйфи бабай бар тәҡдимдәрҙе кире ҡаға, сөнки ҡарттар йортонда Зәкиә исемле ҡатын күңеленә ятҡан, ул нимәһе менәндер вафат булған ҡатынына оҡшаған.
Тамашасылар Оло Аҡа һәүәҫкәрҙәренең сығышын бик йылы ҡабул итте, алҡыштарға күмде. Фестиваль штандарты тантаналы рәүештә Ләмәҙтамаҡ ауыл советына тапшырылды.Р. Иштуғанова.