Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2019, 11:31

Беҙҙең тарих. Беҙҙең бөйөк шәхестәребеҙ. Беҙҙең республика.

18 марттан алып республика кинотеатрҙарында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Беренсе республика” тарихи нәфис фильмы күрһәтелә башланы.

18 марттан алып республика кинотеатрҙарында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Беренсе республика” тарихи нәфис фильмы күрһәтелә башланы. Тарихи фильмдың башҡорт иле буйынса ҙур сәйәхәте Салауат Юлаевтың туған яҡтарынан башланып китте.
Дуҫтар, туғандар, был фильмды һәр башҡорт, республикам тип янған һәр кеше мотлаҡ ҡарарға тейеш. Туғандарығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә, мәктәп директорҙарына, уҡытыусыларға - барыһына хәбәр итегеҙ!
18 март - Малаяҙ ауылы, Район мәҙәниәт йорто.
19 март - Үрге Ҡыйғы ауылы, Район мәҙәниәт йорто.
20 март - Мәсәғүт ауылы, Район мәҙәниәт йорто.
21 март - Яңы Балаҡатай ауылы, Район мәҙәниәт йорто.
22 март - Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Район мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: