Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2019, 11:23

Әҙәби марафон старт алды

Мәсетле районы китапханалары араһында "Быуаттар артылышы" тип аталған әҙәби марафон старт алды.

Мәсетле районы китапханалары араһында "Быуаттар артылышы" тип аталған әҙәби марафон старт алды. Ләмәҙтамаҡ ауылында "Ваҡыттар бәйләнеше" исеме аҫтында Яуыш, Һөләймән, Һабанаҡ һәм Ләмәҙтамаҡ китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән әҙәби кисә үтте.
Сара республиканың100 йыллығына, Башҡортостандын халыҡ шағиры М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Театр йылына арналды.Кисәгә ауылдарҙың арҙаҡлы кешеләре саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт бүлегенең методика бүлеге етәксеһе Лариса Худякова сәләмләне.
Һабанаҡ ауылынан Энгельс Ғәлиәкбәровты белмәгән кеше юҡтыр. Ул ижад иткән йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлай. Сара барышында ла ул тамашасыларҙы матур йырҙары менән ҡыуандырҙы. Ҡотош ауылынан Алексей Мортаза улы йәш сағында ауыл сәхнәләрендә ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнашыуы тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Һөләймәндән Фәйрүзә Дусмөхәмәтова ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, төрлө сараларҙы ойоштороусы, әүҙем, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.
Китапханасылар ауылдаштары тураһында һөйләне. Кисәлә шулай уҡ М.Кәримдең шиғырҙары , йырҙары яңғыраны, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде. Яуыш, Һөләймән мәктәбе уҡыусылары ролдәрен ихлас башҡарҙы. Тамашасыларға арҙаҡлы яҡташтар тураһында “Башҡортостан – алтын бишек”, “Ваҡыттар бәйләнеше” китаптар күргәҙмәһе, “Тыуған яҡ тураһында”, “Мостай Кәримдең томошо һәм ижады” презентациялары тәҡдим ителде.
Кисә һуңында район китапханалар селтәре етәксеһе Светлана Ғәлимова китапханасыларҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Марафон штандартын Дыуан-Мәсетле китапханаһы ҡабул итте.
И. Лоҡманова, Ләмәҙтамаҡ ауылы китапханасыһы.
Мәсетле районы.
Читайте нас: