Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2019, 11:19

Таҡмаҡ байрамы

19 мартта Ҡыйғы районы Мәсәк ауылы мәҙәниәт йортонда “Яңғыра таҡмаҡ” байрамы үтте.

19 мартта Ҡыйғы районы Мәсәк ауылы мәҙәниәт йортонда “Яңғыра таҡмаҡ” байрамы үтте. Сараға таҡмаҡ әйтеүгә ғашиҡ фольклор коллективтары, ижади түңәрәктәр һәм ойошмалар йыйылды. “Башҡортотсандың иң яҡшы йөҙ китабы” проекты сиктәрендә республиканың 100 йыллығына, 2020 йылда үтәсәк Фольклориадаға һәм Театр йылына арналған байрам Мәсәк ауылы китапханаһы инициативаһы менән үткәрелде.
Сарала Туғыҙлы, Арыҫлан, Дүшәнбикә, Йүкәлекүл, Ибрай, Иҫке Мөхәмәт, Үрге Ҡыйғы, Абзай һәм Алағуз ауылының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Ғәйфуллин, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Людмила Лоҡманова, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Таңһылыу Сәхәүетдинова, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Гөлнәзирә Зарипова, Абзай ауыл советы башлығы Закирйән Камалов, уның эштәр менән идарасыһы Олия Ғималова сәләмләне.
Һәр коллективтың байрамға етди әҙерләнеүе ҡыуандырҙы. Улар тамашасыларҙың күңелен ҡурай, ҡумыҙ, гармун тауыштары менән арбаны. Үҙҙәренең яғына ғына хас ижад ителгән таҡмаҡтар тупланмаһын әҙерләп, китапхана музейына тапшырҙы. Ҡатнашыусыларҙың иң олоһона - 72, иң кесеһенә 4 йәш ине.
Йыр-моң байрамы бик матур уҙҙы, һәр кемдең күңелен күтәрҙе. Абзай ауыл советы хәкимиәтенә сараны үткәреүҙәфинанс ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
З. Йомағолова, Мәсәк ауылы китапханасыһы.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: