Тәүлек эсендә Башҡортостанда юлсылар 60 сантиметр х 15 сантиметр ҙурлыҡтағы, 5 сантиметр тәрәнлектәге соҡорҙарҙы ямарға тейеш. Бәләкәйерәк соҡорҙар иһә ете көн эсендә төҙәтеләсәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов ошо турала белдерҙе.
– Юлдағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында интерактив карта төҙөлә, программа прототиптары, мобиль ҡушымталар эшләнә. Улар әле тест үтә, 1 апрелдән файҙалана башларға мөмкин буласаҡ. Кешеләр юлдағы соҡорҙарҙы фотоға төшөрөп ошо картала күрһәтә ала. Заявка ҡабул ителеү менән юлдағы етешһеҙлектәр өс көн эсендә, хәүеф тыуҙырған соҡорҙар бер тәүлектә бөтөрөлөргә тейеш, – тине ул.