Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2019, 11:13

Иғтибар – юлда балалар!

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһын уҙғара.

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһын уҙғара.
23 мартта уҡыусы балаларҙың яҙғы каникулыбашлана. Был осорҙа юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк, сөнки улар уҡыуҙан буш ваҡытта үҙҙәренең ҡарамағында ҡала. Шуға күрә ведомстволарҙың иғтибары балаларҙы ташыуҙыға йүнәлтелә, уҡыусылар күп йыйылған урындарҙа ЮХХДИ-һы постары ҡуйыла. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар ойоштора . Махсус операция апрель башында тамамлана.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан республикала үҫмерҙәр һәм балалар менән бәйле 77 авария теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған, 86-һы йәрәхәт алған.
Читайте нас: