Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2019, 11:09

Кескәй йондоҙҙар

Мәсәғүттә эшләп килгән “RG Dance Studio” (етәксеһе Р. Зәбиғуллина) бейеү студияһының “Карусель” балалар бейеү коллективы ”Браво, дети! – транзит Екатеринбург” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында I дәрәжә лауреат исемен яуланы.

Ҡыҙҙар “Халыҡ бейеүе” номинацияһында “Эйәрлеләр” башҡорт бейеүе менән сығыш яһаны. Сағыу милли костюмдар, дәртле музыка һәм бейеүселәрҙең яҡшы әҙерлеге уңыш яуларға булышлыҡ итте. Коллектив жюринан юғары баһа алды.
Күптән түгел кескәй йондоҙҙар Красноуфим ҡалаһында XI “Мы живем на Урале” милли мәҙәниәттәр асыҡ конкурсында I дәрәжә дипломант булыуға ирешкәйне.
Читайте нас: