Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2019, 10:21

Төньяҡ биҫтәлә ҡасан ут, газ, һыу булыр?

Социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент” системаһына халыҡтан мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә.

Социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент” системаһына халыҡтан мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Был юлы республика етәксеһенән төньяҡ-көнсығышҡа иғтибар итеүен үтенгәндәр. Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Илнур Ҡазыханов “Инцидент” төркөмөнә Төньяҡ биҫтәһендә урамдарҙың юлһыҙ, яҡтыртыуһыҙ, өйҙәрҙең газһыҙ булыуын хәбәр итә. Алты йыл йәшәүгә ҡарамаҫтан, хатта проект та юҡ, ти.
Уға Эльза Солтанова ла ҡушылған: “Үҙәктәге Октябрьский тыҡрығында яҡтыртыу мәсьәләһе киҫкен тора. Бағаналар бар, ә лампочкалары юҡ. Кискеһен фонарь тотоп ҡына сығабыҙ”.
Был мөрәжәғәткә Дыуан районы хакимиәтенән Виктор Купряхин яуап бирҙе:
– Быйыл 13,3 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес, 14,7 километр арауыҡтағы газ үткәргес төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ ике километр юлға ҡырсын түшәләсәк, өҫтәмә финанслау булғанда, был эш дауам ителәсәк. 2019 йылда белем биреү учреждениелары тирәһен яҡтыртыу планлаштырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 декабрҙән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан халҡының проблемаларын хәл итеүҙә "Инцидент" системаһы эшләй. Йыл башынан унда 6 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Граждандарҙы борсоған мәсьәләне тикшереү район хакимиәтенә йүнәлтелә. Улар бер аҙна ваҡыт эсендә яуап ҡайтарырға, мәсьәләне хәл итеү өсөн нимәләр башҡарыласағын аңлатырға тейеш. Һорау яуапһыҙ ҡалдырылһа, муниципалитет антирейтингҡа эләгә.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан.
Читайте нас: