Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2019, 10:23

Талпандар уяна башлаған

25 мартта «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» лабораторияһына ике кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән.

25 мартта «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» лабораторияһына ике кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән.
Үҙәктең вирусологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире Шамил Ибраһимов хәбәр итеүенсә, бер талпанды — Туймазынан, икенсеһен Өфө районының Булгаков ҡасабаһынан килтергәндәр.
Белгестәр әйтеүенсә, быйыл талпандар ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк уянған. Ҡағиҙә булараҡ, бөжәктәрҙең тәүге һөжүм итеү осраҡтары апрель башында теркәлә.
2018 йылдан «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» сайтында яңы система эшләй. Лабораторияға мөрәжәғәт иткән граждандарға шәхси номер бирелә, шуның ярҙамында үҙәктең рәсми сайтында һөҙөмтәләрҙе белергә мөмкин.
Читайте нас: