Күптән түгел Алағуз ауылында Наурыз байрамы үтте. Сараны ауыл китапханасыһы Алина Әхкәмова һәм уҡытыусы Резида Сәйфүтдинова ойошторҙо.
Байрам йыр-бейеү, уйындар менән үрелеп барҙы. Китапханала эшләп килгән "Һылыуҡай" йыр һәм бейеү төркөмө һәм ауыл халҡы ярҙамында әҙерләнгән "Наурызбикә" тамашаһы күрһәтелде. Талантлы ауылдаштарыбыҙ Рауфа Хәнипова, Сәймә Байрамова, Сания Әхмәтйәнова, Миңлегөл Әминева һәм Земфира Закирова моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.
Ауыл халҡы ойошторған йәрминкәлә һәр кем нимә теләй шуны һатып алды. Дамир ағай Әминев ҡунаҡтарҙы ҡаҙанда бешкән тәмле былау менән һыйланы. Рәфилә Вәлиева әҙерләгән самауыр сәйе һәм апайҙар бешереп килтергән майлы ҡоймаҡ менән тәбиғәт ҡосағында сәй эсеү үҙе бер байрамға әүерелде.
Сара ҡышты кәүҙәләндереүсе ҡарасҡыны яндырыу менән тамамланды. Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылап, бейеп-йырлап күңелле итеп үткәреп ебәрҙек байрамыбыҙҙы. Ауыл старостаһы Илнур Зариповҡа сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм.
А. Әхкәмова, Алағуз ауылы китапханасыһы.