Дыуан районы Мөлкәт ауылында йәшәүсе Хәбирә Ғибатова ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләне.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1919 йылдың 19 мартында Мөлкәт ауылында тыуған. Биш йәшендә үткһеҙ йәтим ҡалған ҡыҙҙы өләсәһе ҡарап үҫтерә. Дүрт класс тамамлағас, артабан уҡыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, Хәбирә Низаметдин ҡыҙы ауылда ойошторолған яслегә эшкә төшә (1932 йылдың йәйе).
Ун алты йәше тулғас, тракторсылар курсына ебәрәләр. Ҡулына документ алған ҡыҙ колхозда эш башлай. 1940 йылда Мәсетле районы Ҡаранай ауылы егете Мәғәфүр Ғатауллинға кейәүгә сыға. Бер йылдан тормош иптәше әрмегә алына. Һуғыш башланып күп тә үтмәй, көтөп алынған “өс мөйөшлө” хаттар килмәй башлай...
1943 йылда Башҡортостандан 28 тракторсыны, шул иҫәптән ике ҡыҙҙы, Украинаға эшкә ебәрәләр. Барып етеүгә немецтар поезд составын шартлата, ундағы кешеләр саҡ сығып өлгөрә. Яҡташтар тәғәйенләнгән совхоз техникаһында эшкә тотона. Бомбалар шартлауы аҫтында һигеҙ ай тимер юл станцияһынан яғыулыҡ ташый улар. Хәбирә ҡаты ауырый башлағас ҡына тыуған яғына ҡайта. Артабан да “тимер ат”тан айырылмай. Фермала быҙау ҡараусы булып эшләй.
Икенсе тормош иптәше Зәйнулла Ғибатов менән Хәбирә инәй ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Фәнүзә һәм Мәйсәрә Мөлкәт фермаһында быҙау ҡараусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәбирә инәйҙең һигеҙ ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре бар. Әлеге ваҡытта ул Фәнүзә ҡыҙы менән йәшәй. Етенсе тиҫтәне тултырып килтергән Фәнүзә Зәйнулла ҡыҙы әсәһенең һаулығы ныҡ булыуын, телевизорҙан яратып яңылыҡтар ҡарауын билдәләй. Хәбирә Низаметдин ҡыҙы нәҫелендә йөҙйәшәрҙәр булыуын белдерҙе.
Хәбирә инәй яҡындары, йәш быуын өсөн ныҡлылыҡ һәм тормош һөйөүсәнлек өлгөһө. Юбиляр Арый ауыл советына, район хакимиәтенә иғтибарҙары, бүләктәре өсөн рәхмәтле. Рәсәй Президенты Владимир Путиндан байрам һайын килгән ҡотлау хаттары уның кәйефен күтәрә.